Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 12:41

ЙЫЛАЙЫР УРАМДАРЫ КҮРКӘМЛӘНӘ

Быйылғы Зауыҡлы биләмәләр йылы республика ҡалаларының һәм ауылдарының тораҡ пункттар эстетикаһының дүрт төп йүнәлешен—газондар яһауҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙе, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлауҙы, ҡоймалар ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Даими «таҙалыҡ сәғәттәре һәм көндәре», өмәләр, урамдар, йорттар, ауылдар араһында таҙалыҡ, төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған конкурстар төп сараларға әүерелде.

Йылайыр районында Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә бик етди һәм ҙур эштәр башҡарыла. Һәр кесаҙна 14.00 сәғәттән 17.00-гә тиклем “Таҙалыҡ көнө” тип исемләнгән ҙур сара уҙғарыла. Бында һәр ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙ майҙансыҡтарын рәткә килтерә: ҡоймаларҙы яңырта, буяй, тирә-яҡтағы сүп-сарҙы йыя, үләндәрҙе саба һәм сәскә түтәлдәрен тәрбиәләй.
—Бөгөнгө көндә “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә Йылайыр ауылының Ҡыҙыл партизандар урамының 94-се, 96-сы йорттары майҙансыҡтарында төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Шулай уҡ “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса үҙәк майҙанды төҙөкләндереү эштәре башланды. Бында сәхнә яңыртыласаҡ һәм заманса троутарҙар барлыҡҡа киләсәк, ә ял итеү зоналарын йәшелләндереү ҡаралды. Балалар өсөн яңы уйын комплексы төҙөлөүе лә ҡыуаныслы. Голубцово урамында урынлашҡан парктағы күптән көткән төҙөкләндереү эштәрен дә атап китергә кәрәк. Бында хоккей ҡумтаһы, роликта йөрөү өсөн махсус юлдың барлыҡҡа килеүе спорт яратыусылар өсөн уңайлы булырына ышанабыҙ,—ти төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалығы бүлеге етәксеһе Н.А.Андреев.
Зауыҡлы биләмәләр йылының төп маҡсаттары һәм бурыстары—ҡала һәм ауылдарҙы матурлауҙа комплекслы ҡараш булдырыу. Тәү сиратта ҡала, ҡасаба һәм ауылдарҙа айырым йорт, подъездан башлап урам-йәмәғәт биләмәләренә тиклем системалы һәм комплекслы рәүештә таҙалыҡ, тәртип тотоу мотлаҡ. Был йәһәттән Йылайырҙа башлаған эштең һөҙөмтәле булырына шик юҡ.