Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 16:35

Янғын һүндереүселәр тәбрикләнде

24 июлдә республиканың Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров июлдә Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы һәм башҡа райондарҙа ҡоторған урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, янғынға ҡаршы көрәш берләшмәләре вәкилдәренә, әүҙем ирекмәндәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Тәбиғәт шарттар ауыр ваҡытта сыҡҡан янғындарға бәйле ваҡиғалар ҙур борсоуға һалды. Урманда бер нисә янғын сығанағы барлыҡҡа килде, уларҙың күптәре тәбиғи характерҙа – ҡоро йәшендәрҙән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың барыһы ла ҡатмарлы рельефлы биләмәләрҙә тоҡанды. Ҡайһы бер осраҡтарҙа һыу аттарҙа ташылды. Ҡул хеҙмәте, ирекмәндәрҙең ярҙамы булмаһа эштең нимә менән тамамланырын күҙ алдына ла килтереп булмай. Бөгөн бөтә янғын сығанаҡтарын да һүндерә алдыҡ, тәбиғәт үҙе лә ярҙам итте. Янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан һәр кемдең бөйөк ҡаҙанышы - республикабыҙҙың гүзәл урмандарына ауыр зыян килтереүгә юл ҡуймау. Барығыҙға ла сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, – тине бүләкләү тантанаһында Радий Хәбиров.
Белорет районы Сермән ауылынан ут һүндерергә барып, вафат булған Рәсүл Шәһивәли улы Сафин үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды. Миҙал уның тормош иптәше Ғәлиә Зиннәт ҡыҙына тапшырылды. Шулай уҡ тағы ла 27 кеше республика етәксеһе ҡулынан Рәхмәт ҡағыҙҙары алды.