Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 17:32

Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы Республикала “Юғары әҙерлек” режимына ла үҙгәрештәр индерелде. 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы 9 августҡа тиклем оҙайтылды.

Коронавирус һәм пневмония менән ауырыусылар һаны һаман да кәмемәй әле. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы Республикала “Юғары әҙерлек” режимына ла үҙгәрештәр индерелде. 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы 9 августҡа тиклем оҙайтылды. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһына сит илдәрҙән килеүселәр мотлаҡ 14 көн карантинда булырға тейеш.
Коронавирус һәм пневмония менән ауырыусылар һаны бөгөнгә ошондай хәлдә:
Коронавирус инфекцияһын эләктереүселәр һаны – 6536;
Тәүлек эсендә ауырыусылар – 36;
Стационарҙарҙа - 193;
Ауыр хәлдә – 34 пациент(ИВЛ аппаратында – 11 кеше);
Тәүлек эсендә -25 кеше дауахананан сығарылған;
Дауахананан һауығып сығыусыларҙың дөйөм һаны – 4832;
Тәүлек эсендә пневмония менән ауырыусылар һаны – 98;
Дауахананан 122 кеше һауығып сыҡҡан;
Барлығы 528719 тикшеренеү уҙғарылған.
Ни тиһәк тә, үҙ һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Һаҡ булайыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ, йәмәғәт!
Читайте нас: