Һуңғы арала пневмония менән ауырыусылар һаны арта башланы. Симптомдары бер төрлө булһа ла, был ауырыуҙы коронавирус менән бутарға ярамай. «Рәсәй» медиа үҙәгендә үткән пресс-конференцияла Роспотребнадзор хеҙмәте пневмония менән ауырыусылар һанының күбәйеүе тураһында аңлатма бирҙе.
«Пневмония менән ауырыусыларҙың һаны ғинуар-июнь айҙарында юғары булды. Июлдә лә ауырыусылар кәмемәй әле. Яңы вирус йәшәйешкә ингәнгә күрәме, халыҡ үҙ һаулығына ҙур иғтибар бүлә башланы. Томография тикшереүен үтеүселәр ҙә йышайҙы. Коронавирустан тикшеренеү үтергә килеүселәрҙә бөтөнләй икенсе ауырыуҙар табыла. Статистика һандарына килгәндә, лаборатор тикшеренеүҙәр күпләп ябай пневмония, ҡатнаш инфекциялар һәм башҡа төрлө зарарлы бактериялар йөрөтөүселәрҙе асыҡлаған. Быға тиклем пневмонияның ҡайһы бер төрҙәре генә етди тикшереү үтһә, бөгөн дауалау алдынан бар төрҙәр ҙә тикшерелә”,- тине Ведомство етәксеһе Галина Пермина