Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 11:25

Эш хаҡы ниңә кәметелә?

Рәсәй пенсия фонды башлығы Максим Топилин Президент В.В.Путин менән осрашыу барышында коронавирус пандемияһы башланғандан бирле рәсәйлеләрҙең эш хаҡы кәмеүе, шуға күрә пенсия фондының килеме түбәнәйеүе тураһында хәбәр итте.

Рәсәй пенсия фонды башлығы Максим Топилин Президент В.В.Путин менән осрашыу барышында коронавирус пандемияһы башланғандан бирле рәсәйлеләрҙең эш хаҡы кәмеүе, шуға күрә пенсия фондының килеме түбәнәйеүе тураһында хәбәр итте. Фонд килеменең кәмеүе урта һәм ваҡ бизнес өлкәләренә яңы льготалар булдырыу менән дә бәйле.
Дәүләт статистикаһының Федераль хеҙмәте белдереүенсә, 2020 йылдың икенсе кварталында Рәсәй халҡының аҡсалата килеме 8%-ҡа кәмегән, был 1999 йылдан башлап һаналған күрһәткестең ҙур кимәлдә түбәнәйеүен аңлата. Урта һәм ҙур предприятиеларҙа апрелдә эш хаҡы 2%-ҡа кәмегән, майҙа киреһенсә 1%-ҡа күтәрелеүе күҙәтелгән.
#В.В.ПУТИН