Республиканың муниципаль райондарында һәм ҡала биләмәләрендә йорт ихаталарын, подъездарҙы, урам һәм тротуарҙарҙы дезинфекциялау дауам итә.
Коронавирус инфекцияһы таралыуын туҡтатыу маҡсаты менән йорттарҙы хеҙмәтәндергән идара итеү компаниялары һәм ойошмаларына дөйөм мөлкәтте санитар эшкәртеү сараларына аҡса Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленде.
Муниципалитеттарға «Башфармация»нан 15 меңгә яҡын битлек, комбинезон, бирсәткә, 10 мең пар итек һәм һаҡлағыс күҙлек, 2 мең арҡаға аҫыла торған һиптерткестәр, 16 мең литр (һыу менән болғатҡанда - 15 млн. литр) дезинфекциялау саралары бүленде.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт торлаҡ күҙәтеүе күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы дезинфекциялауҙы тикшереп тора. 1 апрелдән 6 меңгә яҡын подъезд тикшерелгән.