АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 20:01

Битлекһеҙ сыҡмағыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы Республикала “Юғары әҙерлек” режимы дауам итә.

Өфөлә коронавирус инфекцияһы таралыуын профилактикалау маҡсатында йәмәғәт урындарында битлек режимын үтәүҙе тикшереү буйынса хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм дружинниктар ҡатнашлығында ойошторолған рейдтар дауам итә.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы Республикала “Юғары әҙерлек” режимы дауам итә. Йәмәғәт урындарында, транспортта, сауҙа объекттарында, дарыуханаларҙа, ойошма, предприятиеларҙа, ябыҡ бүлмәләрҙә мотлаҡ битлек кейергә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп. Йәмәғәт урындарында шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланмаусылар ҙа бар. Рейд барышында патрулгә сығыусылар халыҡҡа социаль дистанция тотоу, битлек кейеү тураһында иҫкәртә.
Аңлы рәүештә “Әҙерлек режимы” ҡағиҙәләрен боҙоусыларға иҫкәртеүҙән штраф һалыуға тиклем санкциялар ҡаралған.