Халыҡ-ара килешеүгә ярашлы, бөгөн республикабыҙҙың бер төркөм табиптары Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә бер айға Ҡырғыҙ Республикаһына юл алды. “Медицина десанты” 50-ләгән табиптан—республика эпидемиологтары, инфекционистары, Башҡорт дәүләт медицина университетының коронавирус инфекцияһы менән көрәштә тәжрибәләре булған студент һәм ординаторҙарынан тупланған. Улар урындағы коллегаларына ойоштороу-методика ярҙамы күрһәтә, ауыр хәлдәге пациенттарға консультация бирәсәк.