Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең 2030 йылға тиклемге үҫешенең милли маҡсаттары тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Кремль мәғлүмәт агентлығында баҫылып сыҡҡты.
Киләсәккә милли маҡсаттар ҡуйылған был проект кешеләрҙең һаулығы һәм именлеген һаҡлау, уларҙың һәләттәрен үҫтерергә һәм бойомға ашырырға мөмкинлек биреүҙе, йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуҙы, һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡты үҫтереү, һанлы трансформацияны киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Миҫал өсөн, 2030 йылға спорт менән шөғөлләнеүселәр халыҡтың 70 процентын тәшкил итергә, ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш. Ярлылыҡ кимәлен 2017 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәметергә кәрәк.