Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 11:00

Артистарға ял юҡ

«Сибай» бейеү ансамбле репертуары «Башҡорт сувениры» яңы бейеү менән тулыланды. «Сулпан» балалар театры коллективы «Тылсымлы ҡурай» спектаклен әҙерләй.

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары өсөн йәй ҡыҙыу осор.
«Сибай» бейеү ансамбле репертуары «Башҡорт сувениры» яңы бейеү менән тулыланды.
«Башҡорт сувенирын» Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Душа народа» Рәсәй хөкүмәте премияһы лауреаты Миңлеәхмәт Хәтиф улы Зарипов ҡуйҙы.
Был бейеүҙең премьераһын тамашасыларға яңы миҙгелдә тәҡдим итәсәктәр.
«Сулпан» балалар театры коллективы «Тылсымлы ҡурай» спектакле премьераһын әҙерләй.
Яңы спектакль “Мәҙәниәт” милли, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекттары сиктәрендә донъя күрәсәк.
Яңы спектакль өҫтөндә тулыһынса ситтән саҡырылған ижади төркөм эшләй:
инсценировка авторы – Дамир Йосопов, режиссеры – Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Альберт Нестеров, композиторы – Магуля Мезинова,
хореографы - Ольга Даукаева.
#нацпроекты#миллипроекттар