Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 21:05

УҠЫТЫУСЫ ҺӘМ УҠЫУСЫ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР БУЛАСАҠ

Радий Фәрит улы республиканың гигиена һәм эпидемиология үҙәге етәксеһенә төбәк санитар нормаларын һәм тәртиптәрен булдырырға ҡушты. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар шул ҡағиҙәләргә таянырға тейеш.


Республика Башлығы Радий Хәбиров табиптар менән осрашҡанда коронавирус таралған мәлдә медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Кәңәшмәлә мөмкин тиклем эпидемиологик хәлде яҡшыртырға, үлем осраҡтарын күбәйтмәҫкә кәрәклеген белдерҙеләр.

--Уҙған йыл беҙ бөтә сәбәптәрҙән дә үлем осрағын кәметеүгә өлгәштек. Беҙҙең бурыс--ошо тенденцияны һаҡлау,--тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, яңы уҡыу йылы башланырға һынаулы ғына ваҡыт ҡалғанда профилактика саралары айырыуса мөһим урын биләй. Радий Фәрит улы гигиена һәм эпидемиология үҙәге етәксеһе Анна Казакка төбәк санитар нормаларын һәм тәртиптәрен булдырырға ҡушты. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар шул ҡағиҙәләргә таянырға тейеш.