Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 17:55

Табип, ғалимә, етәксе

Сибай үҙәк дауаханаһының клиник диагностика лабораторияһы мөдире Юлиә Сәмиғулла ҡыҙы Рафиҡова Бөтә Рәсәй “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы етәксеһе” конкурсында еңеү яуланы.

Ил күләмендә уҙғарылған мәртәбәле сарала 42 мең кеше ҡатнашҡан. Жюри уларҙың һәр ҡайһыһының эшмәкәрлеге менән ентекле танышып, һығымта яһағандан һуң 275 етәксе еңеүсе тип табылған. Юлиә Сәмиғулла ҡыҙы шулар араһында булыуы бик ҡыуаныслы.
Юлиә Рафиҡова 1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Сибай үҙәк дауаханаһының клиник диагностика лабораторияһына табиб булып 1996 йылда килгән.
Урында эшләп тәжрибә туплаған белгесте 2005 йылда СПИД һәм инфекцион сирҙәргә ҡаршы республика үҙәгенең Сибай район-ара филиалы лабораторияһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала ул 2019 йылға ҡәҙәр эшләй. Медицина учрежденияһында хеҙмәт итеү менән бер рәттән фәнни эшмәкәрлеккә лә ваҡыт табыуы менән табип башҡаларҙан айырылып тора.
Юлиә Сәмиғулла ҡыҙы 2010 йылда “Техноген бысраныу шарттарында Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙең микроэлементлы статусы” темаһына диссертация яҡлап, биология фәндәре кандидаты дәрәжәһен яулаған.
Юлиә Рафиҡова 2019 йылдан клиник диагностика лабораторияһын етәкләй.
--Беҙҙең бүлек лаборатор мәғлүмәт системаһы менән йыһазландырылған. Уның ярҙамында пациенттың бөтә анализдары ла электрон картаһында һаҡлана. Яйлап башҡа медицина ҡорамалдары ла замансаға алмаштырыла. Хеҙмәткәрҙәр дауалау һәм диагностика процесында мөһим булған яңы алымдарҙы үҙләштерә,--ти юғары дәрәжәгә эйә булыуы хаҡында Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡулынан еңеүсе дипломын алған табип-етәксе Юлиә Сәмиғулла ҡыҙы.