Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 22:20

ТӘҮГЕ ТАШ ҺАЛЫНДЫ

Бөгөн Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында төҙөләсәк яңы мәктәптең тәүге нигеҙ ташы һалынды...

Бөгөн Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында төҙөләсәк яңы мәктәптең тәүге нигеҙ ташы һалынды. Был иҫтәлекле сарала Башҡортостан мәғариф министры А.В.Хажин, район хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Әминев һәм башҡалар ҡатнашты. Яңы белем усағы элеккеһенең урында ҡалҡасаҡ, әле төҙөлөш материалдары килтерелә. Буласаҡ мәктәп майҙаны менән танышҡандан һуң, мәғариф министры ауыл халҡы менән аралашты. Ата-әсәләр киләһе йылда үҙ балаларының яңы мәктәпкә барасағына өмөт белдерҙе.