Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 10:00

«Үҫеш нөктәләре» күбәйә

Башҡортостан Республикаһында быйыл 30 муниципаль берәмектә «Үҫеш нөктәләре» тип аталған 42 һанлы һәм гуманитар мәғариф үҙәктәре эшләй башлаясаҡ.

Башҡортостан Республикаһында быйыл 30 муниципаль берәмектә «Үҫеш нөктәләре» тип аталған 42 һанлы һәм гуманитар мәғариф үҙәктәре эшләй башлаясаҡ. Улар Рәсәй президенты В.В.Путиндың май указы инициативаһы менән барлыҡҡа кигән “Мәғариф”милли проектының “Хәҙерге заман мәктәбе” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырыла. Бөгөн был үҙәктәр һаны 175-кә етте.
Заманса мәғариф үҙәктәре үҙҙәре өсөн генә булдырылған махсус стиль- брендбук йөрөтәсәк, заманса ҡоролмалар менән шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр зоналарға бүленә. Бөгөнгө көндә аудиторияларға һанлы, аддитив ҡорамалдар, 3D принтерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ ҡалпаҡтары, квадрокоптерҙар, медиа-ҡорамалдар килтерелә башлаған. Бында информатика, технология һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре өйрәнеләсәк.
Үҙәктәр 25 августа балаларға үҙ ишектәрен асырға ниәтләй.
#В.В.ПУТИН