Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:10

Тағы кемдәргә аҡсалата түләү тәғәйен?

Башҡортостанда коронавирус эпидемияһы ваҡытында тағы бер категорияға ҡараусыларға аҡсалата премия түләнәсәк. Быға ҡәҙәр ярҙамды табиптар, шәфҡәт туташтары, дауаханаларҙың медицина булмаған персоналы һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ала ине.

Хәҙер улар иҫәбенә уҡытыусылар өҫтәлә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы республика Башлығы указы проектын әҙерләгән. Унда COVID-19 таралған шарттарҙа Берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул итеүсе мәктәп һәм мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр түләнә торған ярҙам тураһында һүҙ алып барыла.
Имтихандар уҙған пункттар етәкселәренә (башлыса ул мәктәп етәкселеге), имтихан комиссияһы ағзаларына, муниципаль координаторҙарға, аудиториялар ойоштороусыларына (башлыса улар уҡытыусылар), техник белгестәргә, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтының мәғлүмәтте эшкәртеү төбәк үҙәге директорына 4000 һум түләргә тәҡдим ителә.