Башҡортостан Республикаһы 2020 йылда Президент грантына ғариза биреүселәр араһында ғариза һаны буйынса өсөнсө урын (Мәскәүҙе иҫәпкә алмағанда) алды. Беҙҙән 160 ғариза бирелгән. Икенсе урында - Санкт-Петербург (168), беренсе урында - Белгород өлкәһе (206).
Хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың 58 проекты - 500 000 һумғаса, 81 проект - 500 мең һумдан 3 миллион һумғаса, 15 проект 3 миллион һумдан ашыуға иҫәп тота. Республиканың 38 муниципалитетынан ҡатнашалар. Иң күп ғаризаны Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибай биргән.
Август аҙағына конкурсҡа йомғаҡ яһала, ә 1 сентябрҙән проекттарҙы тормошҡа ашырыу башлана.
Тулыраҡ мәғлүмәт түбәндә:
https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/292736/