Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 20:15

Республикала онлайн-лагерҙар эшләй башланы

Пандемия сәбәпле, йәйге балалар ял-һауыҡтырыу лагерҙары эшмәкәрлегендә сикләүҙәр бар, шуға күрә Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының йәйге ялы икенсе төрлө форматта ойошторола. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөн онлайн-брифингта шулай тип белдерҙе.- Онлайн сменаларҙы ял тип үк әйтеп булмай, улар күберәк белем алыуға, буш ваҡытты ҡыҙыҡлы шөғөлгә, проекттарға арнауға ҡайтып ҡала. Оффлайн саралар ҙа ҡаралған. Балалар музейҙарға, тәбиғәт комплекстарына барасаҡ. Мәҫәлән, Торатауға. Уны ойоштороуҙы, балаларҙы туҡландырыуҙы республика үҙ өҫтөнә ала.

Пандемия сәбәпле, йәйге балалар ял-һауыҡтырыу лагерҙары эшмәкәрлегендә сикләүҙәр бар, шуға күрә Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының йәйге ялы икенсе төрлө форматта ойошторола. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөн онлайн-брифингта шулай тип белдерҙе.
- Онлайн сменаларҙы ял тип үк әйтеп булмай, улар күберәк белем алыуға, буш ваҡытты ҡыҙыҡлы шөғөлгә, проекттарға арнауға ҡайтып ҡала. Оффлайн саралар ҙа ҡаралған. Балалар музейҙарға, тәбиғәт комплекстарына барасаҡ. Мәҫәлән, Торатауға. Уны ойоштороуҙы, балаларҙы туҡландырыуҙы республика үҙ өҫтөнә ала.