Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 15:50

КҮЛ БУЙЫНДА...

Шул саҡ тыныс ҡына ултырған ирем ел тиҙлеге менән һыуға ташланды. "Ни булып китте икән, ҡайҙа ашыға?" - тип уйлап та өлгөрмәнем, ул 8-9 йәштәр самаһындағы ҡыҙҙы һыуҙан һөйрәп тә сығарып килә ине.


Бынан 3-4 йыл булды был хәл. Түҙеп торғоһоҙ эҫе көн. Ғаиләбеҙ менән Талҡаҫ күле янына киттек. Пляж халыҡ менән тулған ине. Бер аҙ тынысыраҡ урын эҙләп һул яҡ ярға ыңғайланыҡ. Унда ла кешеләр бар, әммә мыжғып тормай. Һыра эсеп ҡыҙмаса булып алған бер төркөм кешеләрҙән 2-3 метр үтеп урынлаштыҡ.
Ҡыҙым бәләкәй булғас, күл буйында ғына кисеп йөрөй. Мин дә әллә ни йыраҡ китмәйем. Беренсенән, ҡыҙымды ҡарар кәрәк. Икенсенән, тәрәндән ҡурҡам. Шуға, бала ише, күл ситендә генә ятырға күнеккәнмен. Ә ирем иһә балыҡ һымаҡ рәхәтләнеп йөҙә. Бер нисә сумғандан һуң, ул да яр ситенә сығып, ял итеп, беҙҙе күҙәтә башланы... Ҡыҙыбыҙҙың һыу менән сәпелдәп уйнағанын, ҡыуанғанын ҡарап үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ... Шул саҡ тыныс ҡына ултырған ирем ел тиҙлеге менән һыуға ташланды. "Ни булып китте икән, ҡайҙа ашыға?" - тип уйлап та өлгөрмәнем, ул 8-9 йәштәр самаһындағы ҡыҙҙы һыуҙан һөйрәп тә сығарып килә ине. Ә баланың ата-әсәһе иғтибар ҙа итмәй, бар донъяһын онотоп, дуҫтары менән хахылдаша-хахылдаша һыра һемерә. Әле генә улар өсөн ят һәм таныш булмаған кеше уларҙың ҡыҙын ҡотҡарыуын да белмәй ҙә, күрмәй ҙә ҡалдылар...
Батып барыусы ҡыҙҙы ярға сығарып ҡуйғас, ул бер ни тиклем шаңҡып ултырҙы булһа кәрәк, аҙаҡ кире һыу инә башланы... Бала бала инде, һыуҙың ни тиклем хәүефле икәнен аңлап та етмәй, әле генә үлемдән ҡалыуын да уйламай...
Бер аҙҙан ҡайтырға булдыҡ. Теге "күңелле компания" нисек ултырҙы - шулай ултырып ҡалды...
Ошо хәлдән һуң арыуыҡ ваҡыт үтте. Әммә һыу инергә барған һайын ошо хәл иҫкә килә лә төшә. Ярында эскән кешеләрҙең булыуы күңелде бошора.
Эскелек арҡаһында һыу ятҡылыҡтарында ғына күпме бәлә сыға? Иҫеректәр һыуға бата, балаһын ҡарамай... Батмай ҡалғанда ла, эскән килеш рулгә ултырып аҙаҡ ҡайтыр юлға сыға... Ирҙәренә эйәреп ҡатындарҙың эсеп йөрөүе, шул эскән иренең машинаһына тейәлеп күл-йылғаға барыуы һәм ирҙәр менән бер рәттән шешә ҡосаҡлап, рюмкаларҙы төп күтәреп ултырған әсәләрҙең ҡылығы бөтөнләй аңлашылмай.
Йылға-күл янына киләһегеҙ икән, айыҡ килегеҙ! Яҡындарығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!