Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 20:00

АВИАЦИЯ ПАТРУЛЕ ОЙОШТОРОЛА

Урман хужалығы министрлығы тарафынан Урал аръяғының таулы-урманлы зонаһында авиация патруле ойошторолған. Сара барышында Белорет районында йәнә ике янғын асыҡланған.Урман янғыны хаҡында мәғлүмәтте кисекмәҫтән 8 (347) 218-14-14 (Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте) йә 8-800-100-94-00 (урман һағының тура бәйләнеше) телефондарына хәбәр итергә.

Республиканың Урман хужалығы министры кисә Урал аръяғының таулы-урманлы зонаһында авиация патруле ойошторған. Был янғындарҙы тиҙ арала табырға һәм туҡтатырға ярҙам итәсәк.
- Авиация разведкаһы мәлендә янғындар тиҙ арала асыҡлана, шул рәүешле уларҙың ныҡлап таралмауына булышлыҡ итергә мөмкин, - ти министр. -- Урмандан тыш, башҡа ерҙәге янғындар ҙа күҙгә салына. Мәғлүмәт тиҙ арала Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр ителә. Шул рәүешле, утты ваҡытында туҡтатырға мөмкин.
Кисә авиация патруле Өфө -Красноусольск - Иҫке Собханғол - Башҡорт ҡурсаулығы - Белорет - Учалы -Тирлән - Өфө маршруты буйынса барған. Юлдың дөйөм оҙонлоғо - 740 км. Рейд мәлендә Белоретта йәнә 2 янғын осрағы теркәлгән.
Ғөмүмән, быйыл авиация патруле мәлендә дөйөм алғанда 4615 километр һауа юлын үткәндәр. Маршруттар үҙгәреп тора, ул һауа торошона ла бәйле.
Башҡортостан Урман хужалығы иҫкәртә: урман янғыны хаҡында мәғлүмәтте кисекмәҫтән 8 (347) 218-14-14 (Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте) йә 8-800-100-94-00 (урман һағының тура бәйләнеше) телефондарына хәбәр итергә.