Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 01:40

УТ МЕНӘН КӨРӘШ БАРА

19 июлдең 21.00 сәғәтенә алынған мәғлүмәт буйынса ҡыҫҡаса шулай: 12 урман янғынының (4-һе бөгөн сыҡҡан) 6-һы туҡтатылған, 4-һендә артабан таралмаһын өсөн сикләү эштәре тамамланған, 2-һендә саралар күрергә кәрәк әле.

Урмандар яныуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Янғынды һүндереү буйынса эш кискә ҡәҙәр туҡтамай. Һуңғы яңылыҡтарға килгәндә хәлдәр шулайыраҡ: күрелгән саралар ярҙамында Бөрйәндә артабан ут таралыуға сик ҡуйылған. Әлеге мәлдә ныҡлап янған ер майҙаны 0,51 гектар. Утты туҡтатыуға көс етерлек тип белдерелә. Һаҡ постары тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, күҙәтәсәк.
Әйткәндәй, ҡурсаулыҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та килгән.
Учалы районында ут тулыһынса һүндерелгән. Белорет районы Ҡаһарман ауылы янында эш иртәгә лә дауам ителәсәк. Әбйәлил һәм Бөрйән районында ла янғындар иртәгә һүндерелер, тигән ышаныс белдерәләр.