Сибай ҡалаһы башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, ҡаланың Таусылар проспекты танығыһыҙ булып үҙгәрәсәк. Ул төҙөкләндерелеп кенә ҡалмай, ә унда ҡалаға нигеҙ һалыусыларға - таусылар хеҙмәтенә арналған, шахтер һәм төҙөүселәрҙең фиҙакәр эшенә бағышланған һәйкәл асыласаҡ.
Әйткәндәй, быйыл Сибай ҡалаһы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләй.