Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 10:46

Хәрби ғәскәрҙәр ниңә ашығыс тикшереү үтә?

Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин көнбайыш һәм көньяҡ хәрби округы ғәскәрҙәренә, диңгеҙ пехотаһы һәм һауа десантына, үҙәк хәрби ғәскәргә ҡараған айырым берләшмәләргә көтөлмәгән тикшереү иғлан итте.

Һөҙөмтәлә ғәскәрҙәрҙең көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан илдәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә алыуы баһаланасаҡ, сентябргә планлаштырылған “Кавказ – 2020” уҡыуына әҙерлек дәрәжәһе лә ҡараласаҡ.
“Киләһе йылдарҙа юғары хәрби уҡыуҙарҙы йышайтырға, ғәскәрҙәргә көтөлмәгән тикшереүҙәр барышында армия һәм флоттың йөҙөн билдәләүсе заманса эш формаларын, технологияларҙы ҡулланып эшләргә кәрәк буласаҡ,”- тине ил башлығы.
Тикшереүгә 149 мең кеше, 26,8 мең берәмек техника, 35 полигон һәм уҡыу майҙаны, Ҡара һәм Каспий диңгеҙе акваторияларындағы 17 полигон йәлеп ителгән һәм 56 юғары хәрби уҡыу уҙғарыу ҡаралған. Тикшереү 21 июлдә тамамланасаҡ.
#В.В.ПУТИН