Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 11:55

«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашалар

Хәйбулла районының 20-нән ашыу ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашасаҡ.

Хәйбулла районының 20-нән ашыу ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашасаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә район ҡоролтайҙары менән эш алып бара. Хәйбулла районында эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев булды.
Ул район хакимиәте башлығы командаһы менән осрашты, улар менән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу шарттары, был проекттың мөһимлеге тураһында әңгәмәләште.
Бынан һуң Хөрмәтулла Ғаззали улы район башҡорттары ҡоролтайының ултырышында ҡатнашты. Ҡоролтайҙың яңы проекттары, уның 25 йыллыҡ тарихы, алда торған пландары хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.
Кәңәшмәлә район башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәни Бикбаев Хәйбулла ҡоролтайы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, алда торған мәсьәләләр тураһында бәйән итте. Хөрмәтулла Ғаззали улы эшмәкәрлеккә үҙенең баһаһын бирҙе.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл» проектын үткәреү сиктәрен киң йәйелдереп, урындағы йәмәғәт ойошмаларының һәм ауыл халҡының инициативаһын, уның ролен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һәр кем урындарҙа туған ауылы яҙмышын, уның киләсәген хәстәрләүҙе үҙ өҫтөнә изге бурыс итеп ҡабул итергә тейеш,— тип белдерҙе Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Шулай уҡ ул эшмәкәрлекте әүҙемләшетереү буйынса методик күрһәтмәләр менән бүлеште. Ултырышта сентябрь айында Башҡорт теле йылына арналған сара ойоштороу зарурлығын да билдәләнеләр.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: