АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2020, 13:40

Ҡурсаулыҡ яна

Башҡортостан ҡурсаулығын ут ялмап алған. Был хаҡта 17 июлдә билдәле булды.

Башҡортостан ҡурсаулығын ут ялмап алған. Был хаҡта 17 июлдә билдәле булды.
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының рәсми сайтында халыҡты ҡабул итеүҙе туҡтатыу тураһында мәғлүмәт баҫылған. Социаль селтәрҙә ҡулланыусылар билдәләүенсә, ҡурсаулыҡ етәкселеге янғынды һүндереүҙә ярҙам итергә саҡыра.
--Мәскәү урманы ул, тимәгеҙ. Бында төп халыҡ йәшәй, урман, хайуандар зыян күрә,--ти бөрйәндәр, ут һүндерешеүгә ирекмәндәрҙе саҡырып.
Әле ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре утты һүндереү менән мәшғүл.