Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2020, 13:15

ТАУСЫҒА ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫЛДЫ

"Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты"ның 90 йыллыҡ юбилейы һәм Металлургтар көнө уңайынан Хәйбулла районы Бүребай ауылында "Таусы" һәйкәле асылды.

"Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты"ның 90 йыллыҡ юбилейы һәм Металлургтар көнө уңайынан Хәйбулла районы Бүребай ауылында "Таусы" һәйкәле асылды.
Тантаналы сарала "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәтенең генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев, Башҡортостан сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Урал Нәсибуллин, Хәйбулла муниципаль район башлығы Рөстәм Шәрипов, предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты.
Һәйкәлдең бейеклеге - ике метр ярымды, ауырлығы 350 килограмды тәшкил итә. Уның проект эшендә комбинат етәкселеге, хеҙмәткәрҙәр, ветерандар ҡатнашҡан.
Читайте нас: