Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2020, 11:50

Артем һәм Амелина -- 5-се пар игеҙәктәр

14 июлдә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйыл тыуған 5-се пар игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде.

14 июлдә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйыл тыуған 5-се пар игеҙәктәр тыуыуы тураһында акт теркәлде. Владислав Юрьевич һәм Миңзәлә Йәҙгәр ҡыҙы Осиповтар ғаиләһендә Артем һәм Амелина исемле сабыйҙар донъяға килгән.
--Белгестәр беренсе УЗИ-ла уҡ игеҙәктәр буласағын әйттеләр,--ти Владислав Юрьевич. Шул мәлдә ике ул булыуын теләнем, сөнки беҙ ғаиләлә үҙебеҙ 3 малай үҫтек. Икенсе тикшеренеүҙә ҡыҙ һәм малай булырын белгәс, бәхетебеҙ тулы буласаҡ тип ҡыуандыҡ.
--Сибай бала табыу йорто табибы Рудометкин Евгений Владимирович һәм акушерка Рәхмәтуллина Гөлшат Суфиян ҡыҙы бригадаһы тырышлығы менән бәләкәстәребеҙ яҡты донъяға ауаз һалды. Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!—тип өҫтәне Миңзәлә Йәҙгәр ҡыҙы.