Рәсәй Президенты мәғлүмәт сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, ил башлығы В.В.Путин Төркиә Президенты менән телефон аша Төркиә - Рәсәй һауа юлын асыу темаһына һөйләшкән. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағас, 27 мартта илдәр араһында юл ябылғайны. Июндә Рәсәй авиацияһы сит илдәр араһында юлдарҙы этаптарға бүлеп асыу программаһын төҙөнө. Вице-премьер Татьяна Голикова билдәләүенсә, Covid-19 инфекцияһын эләктереү ҡурҡынысы булмаған илдәргә һауа юлы яҡынса 15 июлдә асыласаҡ.