Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 17:50

Онлайн-лагерь эш башлай

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙә белдереүенсә, 20 июлдән лагерҙар онлайн тәртиптә эшләй башлаясаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙә белдереүенсә, 20 июлдән лагерҙар онлайн тәртиптә эшләй башлаясаҡ.
Йәй башында ошондай лагерҙар булдырылып, унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең Краснодар, Төмән, Силәбе, Свердлов өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Ямал-Ненец округынан 89 меңдән ашыу бала онлайн сараларҙа ҡатнашты.
20 июлдә асыласаҡ онлайн-лагерь, әлбиттә, бушлай буласаҡ, интернет ҡына булһын. Балаларға төрлө тематик дәрестәр, уйындар тәҡдим ителәсәк. Бизнес-проекттарҙың презентациялары, квиз-плиздар, челленджтар, ярыштар үткәреләсәк. Шулай уҡ “Уңышлы балалар мәктәбе”, кибер-спорт буйынса ярыштар, “Эшлекле этикет”, “Халыҡ алдында сығыш яһа” модулдәре, “Республикабыҙ брендтары” проекты сиктәрендә балаларҙың ижади сығыштары булдырыласаҡ.
фото: mosday.ru