Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 12:55

Ағас, үлән генә түгел, автобус яна

Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Күгәрсен, Йылайыр райондарында урман янһа, Хәйбулла далалары ла "ҡыҙыл әтәс" ҡотора. Түҙеп торғоһоҙ эҫелектән ағас, үлән генә түгел, хатта транспорт тоҡанып киткән.

Кисә Баймаҡ — Урғаҙа рейс автобусы янған. Пассажирҙар һәм водитель сығып өлгөргән. Шаһиттар әйтеүенсә, ПАЗ автобусы күҙ асып йомғансы көлгә әйләнгән.