Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 11:14

Тажлы вирус ҡасан еңелер?

Бер ваҡыттала ла диабет менән ауырымаған кешелә ҡапыл шәкәр кимәле күтәрелә. COVID-19-ға артабан организмада йәшәү һәм таралыу өсөн энергия кәрәк, ә глюкоза тиҙ һәм еңел үҙләштерлә.

Милли медицина эндокринологик тикшеренеү үҙәге башлығы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эндокринологы Иван Дедов ил Президенты В.В. Путин менән осрашыуҙа коронавирус инфекцияһының кеше организмына нисек тәҫьир итеүе тураһында һөйләне.
“Бер ваҡыттала ла диабет менән ауырымаған кешелә ҡапыл шәкәр кимәле күтәрелә. COVID-19-ға артабан организмада йәшәү һәм таралыу өсөн энергия кәрәк, ә глюкоза тиҙ һәм еңел үҙләштерлә. Вирус глюкозаны йөрәк, бауыр, мускул туҡымаларынан һыуырып ала,” – тине академик.
Бынан тыш коронавирус пандемияһы ваҡытында Рәсәйҙә шәкәр диабеты менән ауырыусылар һаны - 8 миллионға яҡын икәнлеге асыҡланған. Бигерәк тә диабеттың икенсе төрө күп осрай.
Дедов белдереүенсә, Рәсәйҙә ҡалҡан биҙе яман шеше лә көслө, был зәһәрле ауырыу менән халыҡтың 40%-ы ауырый.
#ВВПУТИН