АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 23:25

Ирәндектә була йырлы йыйын

10-11,21-22 августа Сибайҙа XV Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсы үтә. Ҡалабыҙҙа 15-се тапҡыр ойошторолған йыр бәйгеһендә 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәшлек һәүәҫкәр йырсылар, 17-45 йәшлек профессиональ йырсылар ҡатнаша ала. Ярыш шарттары буйынса йырсылар башҡарған йырҙың тарихын белергә тейеш. Конкурс хаҡында бөтә мәғлүмәт Бәйләнештә социаль селтәренең https://vk.com/irandek_mondar сәхифәһендә урынлаштырылған.

Йыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн 5 авгусҡа ҡәҙәр https://im.sibaytv.ru сайтына инеп электрон заявка тултырырға һәм шунда йырҙы башҡарып төшөрөлгән видеоны беркетергә кәрәк. Башҡа интернет-сервистарҙа ҡуйылған һәм электрон почта аша ебәрелгән видеояҙмалар конкурсҡа ҡабул ителмәй.
Конкурстың I туры 10-11 августа онлайн режимда үткәрелә.
“Ирәндек моңдары” конкурсы сиктәрендә фольклорсы ғалимдар, билдәле халыҡ йырсылары менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ, шулай уҡ башҡорт вокалы буйынса ижади лаборатория эшләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, профессиональ йырсылар араһында еңеүселәр булып Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Баййегет, Радик Вәлмөхәмәтов, Гөлсөм Бикбулатова, Баязит Байназаров, Сөмбөл Моратова, Филюс Ҡалмурзин, Алһыу Бәхтиева, Марсель Ҡотоев, Дамир Тайыпов танылды.