АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 11:40

ЭШҠЫУАРҘАР, ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН

Кисә, 14 июль, Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн ҡабул итеү офисы асылды. Ул Ленин урамы, 5/3 адресы буйынса урынлашҡан.

Кисә, 14 июль, Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн ҡабул итеү офисы асылды. Ул Ленин урамы, 5/3 адресы буйынса урынлашҡан.
Офис баш ҡалабыҙҙа үткән "Бизнесты яҡлау: G2В. Хеҙмәттәшлек эволюцияһы” Халыҡ-ара форумы сиктәрендә булдырылды. Уны асыуҙа республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров, Рәсәй Президенты янындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкәләтле вәкиле Борис Титов, төбәк бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин ҡатнашты.
Яңы офис бөтә республика бизнесмендары өсөн асыҡ. Унда улар хуплау һәм яҡлау таба аласаҡ. Эксперттар--юристар, адвокаттар, уңышлы эшләүсе бизнесмендар ярҙам күрһәтәсәк.
Етәкселәр яңы офисты ҡарап, ундағы шарттар менән танышты. Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн барлыҡ муниципалитеттарҙа эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдәр бар. Был төбәктә хәүефһеҙ һәм уңайлы бизнес-мөхит булдырыуға булышлыҡ бирә.
Читайте нас: