Урам сәнғәтен үҫтереүгә арналған «ФормАRТ» проекты 7 июлдә старт алды. Кеше ғүмеренең ҡиммәтен аңлатыу һәм яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүҙәге берҙәмлек - сараның төп темаһы итеп һайланды. Йәш рәссамдар медицина хеҙмәткәрҙәренең, ирекмәндәрҙең - был ауырыу менән көрәшеүсе барыһының да ауыр хеҙмәтен, пандемия арҡаһында үҙгәргән тормошто һүрәтләй белергә тейеш.
Проектта 16 йәштән 35 йәшкәсә рәссамдар ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы 7 августҡа тиклем Formartpfo.ru. сайты аша ебәрергә мөмкин. Төбәк-ара финал 31 августа, ә еңеүселәр 2020 йылдың октябрендә билдәле буласаҡ.