Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 11:25

Сүп-сар түгеү урындары уңайлы

--Өфөнән әсәйемә Моҡасҡа ҡунаҡҡа ҡайттым. Автобус туҡталышы янына тағы бер туҡталыш ҡуйғандар икән тиһәм, ҡый түгеү урыны икән. Башҡаланың беҙ йәшәгән урынында бындай ҡый ташлау урыны юҡ әле,--тип ҡыуана Миңһылыу Ғафарова.—Ауылыбыҙ төндә лә балҡып янып ултыра. Былтыр көҙ урамдар яҡтыртылған. Халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырған ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе И.Бүләкәновҡа ҙур рәхмәт!

“Экология” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районының Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдарҙа ла сүп-сар түгеү урындары булдырылған. Уларҙың барыһы ла махсус кәртәләнгән һәм эсенә бер нисә евроконтейнер урынлаштырылған.
--Шул тиклем уңайлы. Ҡыйҙы теләгән ваҡытта алып килеп түгәбеҙ. Элек сүп-сар йыйыу машинаһы килеүен көтә торғайныҡ. Уны тап итмәһәң, ҡыйың тағы бер аҙна урамыңды йәмһеҙләп тора торғайны,--ти моҡастар.
--Өфөнән әсәйемә Моҡасҡа ҡунаҡҡа ҡайттым. Автобус туҡталышы янына тағы бер туҡталыш ҡуйғандар икән тиһәм, ҡый түгеү урыны икән. Башҡаланың беҙ йәшәгән урынында бындай ҡый ташлау урыны юҡ әле,--тип ҡыуана Миңһылыу Ғафарова.—Ауылыбыҙ төндә лә балҡып янып ултыра. Былтыр көҙ урамдар яҡтыртылған. Халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырған ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе И.Бүләкәновҡа ҙур рәхмәт!
Ғәҙелша шарлауығына Магнитогорск ҡалаһынан ял итергә барыусы Лиана һәм Нияз Иҙрисовтар ҙа Абҙаҡ ауылында ла шундай уҡ сүп-сар түгеү урыны булыуына ҡыуанған.
--Магнитогорскийҙа ла сүп ташлау урыны былай килешле түгел әле,--ти йәштәр. –Ауыл кешеләренә булғандың ҡәҙерен белергә һәм махсус урынды тәптиптә тоторға ғына ҡала.
#нацпроекты#миллипроекттар