Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 11:10

Рәсәй санкцияларға бирешерме?

Илдәр иҡтисады аренаһында булдырылған сикләүҙәр һәм санкциялар Рәсәйгә лә ҡағыласаҡ. Ил башлығы В.В.Путин белдереүенсәТулыраҡ беҙҙең сайтта.

Илдәр иҡтисады аренаһында булдырылған сикләүҙәр һәм санкциялар Рәсәйгә лә ҡағыласаҡ. Ил башлығы В.В.Путин белдереүенсә, Рәсәй Федерацияһының эске үҫеш потенциалы бик ҙур, шуның өсөн санкциялар ил иҡтисадында координаль рәүештә беленер тип ҡурҡырға кәрәкмәй.
“Сикләүҙәр индереү- иҡтисады алға киткән илдәрҙе глобаль конкурент күреүҙән башлана. Улар күп төрлө: тарифтарҙы, хаҡтарҙы, технологияларҙы сикләү. Рәсәй санкцияларға бирешмәйәсәк. Илебеҙ иҡтисады алда бара, шуға күрә был осор ауырлыҡтарһыҙ үтеренә ышанам. Илдәрҙең тормошон, үҫеш стереотиптарын көслөп тигеҙләп булмаясаҡ, һәр ҡайһыһының үҙ үҫеш юлы булыға тейеш,” – тине В.В. Путин.
#В.В.ПУТИН
Читайте нас: