Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында «Ауҙарыш» уйыны ойошторолдо. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы һәм башҡарма комитеты ағзаларының Белорет, Учалы, Архангель, Әбйәлил, Бөрйән райондары, Сибай, Магнитогорск, Межгорье ҡалалары әүҙемселәре менән
күсмә ултырышы һәм “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтте. Бындай сара борон таулы райондарҙа йәшәгән башҡорттарҙа киң таралған булған һәм милли байрамдарҙың биҙәге һаналған. Үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе физик яҡтан тәрбиәләүҙең дә бер ысулы ул.
"Ауҙарыш”тың шарттары ябай: эйәрҙә ултырған килеш билдәренә таҫтамал ураған ике егет бер-береһен һөйрәп-тартҡылап, эйәрҙән йолҡоп, аттан ҡолатырға тырышып көрмәкләшә. Уларҙың уйынын тамаша ҡылған халыҡ «Һуй-һуй, һойро!» — тип дәртләндереп тә ебәрер булған.
--Ярыш үҙенсәлекле килеп сыҡты. Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ярышты ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Беҙгә оҡшаны,--ти сарала Сибай ҡалаһынан ҡатнашыусы ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Альбина Ярмуллина. –Беҙҙең делегация составындағы ҡоролтай ағзалары Таңһылыу Фәтих ҡыҙы, Альбина Мөхтәр ҡыҙы Ғәйнуллиналар ҙа осрашыуҙы фәһемле тип тапты.
Финалға Ҡатай ырыуы вәкилдәре Артур Ҡәҙерғолов менән Рәсих Латыпов сыҡты. Еңеү Расих Латыпов өлөшөнә төштө.
#нацпроекты#миллипроекттар