Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны 6 меңгә яҡынлаша. Тәүлек эсендә генә 46 яңы осраҡ теркәлгән. Статистикаға ярашлы, үлеүселәр һаны элеккесә ҡала килә, 19 кеше.
Республика стационарҙарында 357 кеше дауалана, уларҙың 27-һе ауыр хәлдә (яһалма тын алыу аппаратында - 6 кеше). 1559 кеше амбулатор дауаланыу үтә.