Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 11:33

Яңы проекттар тормошҡа ашырыла

Был ҡорамал ярҙамында хеҙмәткәрҙәрҙең эшләгән урынын, социаль дистанция тотоуҙы, инфекция эләктергән осраҡта кем менән аралашыуын билдәләп буласаҡ. Шулай уҡ браслет һауа таҙалығы кимәлен иҫкәртә, кәрәк булғандарға унда һанлы ҡултамға ҡуйыу программаһы ла индерелә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик башланғыстар агентлығы менән уҙған кәңәшмәлә “Пандемияға ҡаршы” комплекслы программа, дистанцион уҡыуҙа ҡулланыуға уңайлы ТВ –приставкарҙы популярлаштырыу, күмер шахтаһында һауаның саңланыу кимәлен һәм шартлау ҡурҡынынысын иҫкәртеүсе яңы ҡорамалдар булдырыу, элемтә селтәрен яңыртыу кеүек бик күп проекттарҙы ҡараны.
“Пандемияға ҡаршы” комплекслы программаһы - махсус беләҙектәр эшләп, ойошма һәм сәнәғәт предприятиеларының һәр хеҙмәткәренә таратып биреүҙе күҙаллай. Был ҡорамал ярҙамында уларҙың эшләгән урынын, социаль дистанция тотоуҙы, инфекция эләктергән осраҡта кем менән аралашыуын билдәләп буласаҡ. Шулай уҡ браслет һауа таҙалығы кимәлен иҫкәртә, кәрәк булғандарға унда һанлы ҡултамға ҡуйыу программаһы ла индерелә.
«Йәш профессионалдар» йүнәлеше директоры, цифрлы технологияларҙы үҫтереү буйынса президенттың махсус вәкиле Дмитрий Песков белдереүсенә, етештереү, уҡыу өлкәләренә һанлы технологиялар индереүҙән халыҡ бик ҡурҡа. Ул яңы технологияларҙы өйрәнеү, тикшереү һәм ҡулланылыуға индереү алдынан йәмәғәт фекерен тыңларға, улар менән килешеп эшләргә тәҡдим итте.
Ил башлығы фекеренсә, бөгөнгө йәштәргә ижади һәм технологик башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булдырырға кәрәк. Ҙур иғтибар балалы ғаиләләрҙең, өлкәндәрҙең, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең йәшәйеш проблемаларына йүнәлтелергә тейеш.
# ВВПУТИН