Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 11:55

Әсәләр—нур сәсәләр

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов 5 һәм унан да күп бала тәрбиәләүсе ҡатындарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Коронавирусҡа бәйле пандемия булғанлыҡтын, миҙалдар хәҙер урында бирелә.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов 5 һәм унан да күп бала тәрбиәләүсе ҡатындарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Коронавирусҡа бәйле пандемия булғанлыҡтын, миҙалдар хәҙер урында бирелә. Рөстәм Әхмәткәрим улы ҡалала беренсе тапҡыр үткәрелгән тантанала Фирүзә Зөфәр ҡыҙы Мырҙағәлина һәм Елена Анатольевна Горбунованың түштәренә миҙал ҡаҙаны.
--Бала бағыу еңел эш түгел. Һеҙгә түҙемлек, һаулыҡ, ғаиләгеҙгә именлек теләйем,--тине.—Һуңғы йылдарҙа “Демография” милли проекты сиктәрендә әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү өсөн күп эштәр эшләнә. Дәүләт ярҙамы киләсәктә төбәгебеҙҙә демографик хәлде күтәрер тип ышанам.
#нацпроекты#миллипроекттар