Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 15:30

Битлектәр етештереү цехы буласаҡ

Сибайҙа сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә бер тапҡыр ҡуллана торған битлектәр етештереү цехы ойоштороу проекты ҡаралды. Был башланғысты “Корпорация Р” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, йәш эшҡыуар Роман Зайдуллин тәҡдим итә.

Ҡаланың үҙендә ошондай цех барлыҡҡа килеүҙе хәстәрләү – көнүҙәк мәсьәлә. Һуңғы айҙарҙа шәхси һаҡланыу саралары социаль йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә һәм ихтыяж менән файҙалана. Хатта коронавирус пандемияһы тамамланғандан һуң да битлектәр төрлө инфекцияларҙы иҫкәртеү йәһәтенән кәрәк буласаҡ.
Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 6,2 миллион һум тәшкил итә. Был – эшҡыуарҙың шәхси финанс саралары. Йүнсел етештереү линияһын һәм сеймалды һатып алған, теркәү танытмаһын да юллаған. Линия ҡеүәте – айына 1,5 миллион битлек (сәғәтенә – өс мең, сменаға – 54 мең). Тауарҙы һынап ҡарау партияһы етештерелгән дә.
Инвестиция проекты сиктәрендә алты эш урыны булдырыу планлаштырыла. Киләсәктә тауарҙы ҡапҡа төрөү линияһын алырға ла ниәтләйҙәр.
Ҡала хакимиәте эшҡыуарға тауарҙы таратырға ярҙам итә, был социаль учреждениеларҙа эшләнә. Унан тыш, республиканың башҡа ведомстволары ла, атап әйткәндә Сәнәғәт министрлығы һәм Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, ярҙам вәғәҙәләгән.