Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе Рәзимә һәм Зөбәйер Сәйетовтарҙың улы Инйәр, Миңзифа менән Мөҙәрис Ласыновтарҙың улы Азамат әрме сафында хеҙмәттәрен тултырып икеһе бер көндә тыуған ауылына ҡайтып ингән. Ирәндек итәгенә һыйынған бәләкәй генә ауыл халҡы өсөн был ваҡиға оло байрам төҫөн ала. Егеттәр флагтар менән биҙәлгән машиналарҙа кесеһен дә, олоһон да һоҡландырып Иҫәнбәт урамы буйлап үтә.
Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: ил һаҡсылары Мәскәүҙә үткән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парадта ҡатнашҡан.
Инйәр Сәйетов тәүҙә курсант булып Псков ҡалаһында Спецназдың 64044-се хәрби часында 6 ай хеҙмәт иткән. Һуңынан Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск районы Калининец ҡалаһына күсергәндәр. Һалдат Таман гвардия дивизияһының 31134-се хәрби часында хеҙмәтен дауам итә. --Яңы йыл байрамдарынан һуң,һалдаттарҙы һайлап алып, Алабино полигонында көн дә хәрби парадҡа әҙерләй башланылар. Мәскәү янында хәрби музей комплексын асыуҙа ҡатнаштыҡ, ә 24 июндә Мәскәүҙә төп хәрби парад сафында үттек,--тип һөйләй Инйәр.
Ласынов Азамат иһә тәүҙә Чита өлкәһендә 5 ай учебкала булып, һуңынан хеҙмәтен Мәскәү өлкәһендә 2-се Гвардия Таман дивизияһында өлкән механик-водитель булып дауам итә. Төп хәрби парад ваҡытында үҙенә беркетелгән танкта Кремль янында резервта тора.