Бөгөн Рәсәй Президенты В.В.Путин Стратегик инициативалар агентлығының юғары коллегиаль идара органы булған Күҙәтеү советы менән кәңәшмә уҙғарасаҡ.
Кәңәшмә барышында агентлыҡтың үҫеше, эшмәкәрлеге буйынса һөҙөмтә яһаласаҡ, яңы проекттар тикшереләсәк.
2019 йылда ил башлығы махсус һанлы платформа булдырыу проектын тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим иткәйне. Был проект бизнес менән шөғөлләнеүселәр өсөн бик уңайлы булды, улар эштәренә баҫым булған осраҡта был платформа аша һаҡлау органдарына хәбәр итә ала. Бынан тыш, В.В.Путин тәҡдим иткән социаль өлкәлә дәүләт, бизнес, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булһын өсөн ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү проекты ла тормошҡа ашырылды.
Һуңғы йылдарҙа Стратегик инициативалар агентлығы ярҙамы менән илдә бизнес алып барыу шарттары һәм хоҡуҡ базалары яҡшыртылған. Агентлыҡ 350-нән ашыу проектты, социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырған.