Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 20:30

Ҡыҙҙарға бүләктәр

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Андреевич Назаров бер юлы өс ҡыҙға ата-әсә булыусы Александр һәм Резеда Арнаутовтарҙы ҡотланы.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Андреевич Назаров бер юлы өс ҡыҙға ата-әсә булыусы Александр һәм Резеда Арнаутовтарҙы ҡотланы. Бөтә республиканы шаулатып бала табыу йортонан сыҡҡан сабыйҙарға хәбәр итеүебеҙсә, Полина, Арина һәм Ева тип исем ҡушҡандар. Ауырлыҡтары ике килограмға саҡ еткән бәләкәстәр 4 июндә донъяға килгән. Ҡыҙҙар бер ай буйы бала табыу йортонда табиптар күҙәтеүе аҫтында ятҡан.
--Баш ҡаланан Сибайға ҡайтһаҡ, беҙҙе беренсе бүләктәр көткәнен күреп ҡыуандыҡ. Денис Андреевич Назаровҡа иғтибары өсөн ҙур рәхмәт!,--ти бәхетле әсә. –Шулай уҡ йөклө ваҡытта мине хәстәренән айырмаған табип-гинекологтар М.Х.Күсәповаға, С.Т.Жамаловаға, акушерка Г.Ғ.Ишйәроваға ла рәхмәтем сикһеҙ.
10 йылға яҡын бергә йәшәгән Арнаутовтарҙың 8 йәшлек улдары бар. Ғаилә башлығы Александр, хәҙер инде күп балалы атай булараҡ, торлаҡтарын киңәйтеү хәстәре менән яна.