Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 19:40

Йәшләй әрәм булған

Баймаҡ-Сибай юлы аварияһыҙ тормай: бөгөн иртәнге сәғәт 10.00 бында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде. Магнитогорск-Ира трассаһының 109-сы саҡрымында "Kia Spectra" һәм УАЗ "Патриот" автомобилдәре төкөшкән. Һөҙөмтәлә "Kia Spectra" маркалы машина менән идара итеүсе 35 йәшлек ҡатын һәләк булған. Сибай ҡалаһынан Баймаҡҡа юлланған ҡатын тиҙ ярҙам бригадаһы килеп еткәнсе үк йән биргән. Икенсе автомобилдең 49 йәшлек водителе госпитализацияланған. Авария булған урында тикшеренеү-оператив төркөм эшләгән. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана.

Үткән үткән аҙнала теркәлгән 73 аварияла 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 15 үлем осрағына кәмерәк, тик ҡыуанырға иртә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 215 янғында өс кеше үлгән. Һыу ятҡылыҡтарында алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың бөтәһе лә һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында йөҙгән.
Һандарҙа кәмеү күҙәтелһә лә, бәхетһеҙ осраҡтарҙан өҙөлгән ғүмерҙәр бик йәл.