Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 11:45

Үҙе иҫәпләй, үҙе ебәрә

Быға ҡәҙәр Сибай ҡалаһында һыуҙы иҫәпләүсе “аҡыллы” приборҙар ғына ғәмәлдә ине. Хәҙер электр уты ла ошо рәүешле иҫәпләнеүе ҡыуаныслы.

Башҡортостан халҡы “Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә әкренләп “аҡыллы” иҫәпләү приборҙарына күсә башланы. Бер юлы бөтә ҡоролмаларҙы алмаштырыу мөмкин түгел, шуға күрә иҫке иҫәпләү приборының ҡулланыу ваҡыты үткәс тә яңыһы -- “аҡыллыһы” ҡуйыласаҡ.
Заманса прибор электр утын ҡулланыуҙы үҙе иҫәпләй һәм уны хеҙмәттәр күрһәтеүсе йәмғиәткә дистанцион рәүештә ебәрә. Квитанцияға белешмәләр яҙып тултырыу кәрәк булмаясаҡ, бөтә операциялар автоматик хәлдә эшләнәсәк.
Быға ҡәҙәр Сибай ҡалаһында һыуҙы иҫәпләүсе “аҡыллы” приборҙар ғына ғәмәлдә ине. Хәҙер электр уты ла ошо рәүешле иҫәпләнеүе ҡыуаныслы.
#нацпроекты#миллипроекттар