Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2020, 21:30

СИГЕНМӘҪ БУЛДЫ БИТ...

Коронавирус инфекцияһы сигенергә уйламай. Бөгөнгө көнгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала барлығы 5591 сирле теркәлгән. Шуларҙың 48-е яңы осраҡ. Стационарҙа 388 кеше дауалана, уларҙың 26-ҙы ауыр хәлдә (яһалма тын алыу аппаратында 7 кеше).

Коронавирус инфекцияһы сигенергә уйламай. Бөгөнгө көнгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала барлығы 5591 сирле теркәлгән. Шуларҙың 48-е яңы осраҡ. Стационарҙа 388 кеше дауалана, уларҙың 26-ҙы ауыр хәлдә (яһалма тын алыу аппаратында 7 кеше). Амбулатор шарттарҙа 1798 кеше дауалана. Тәүлек эсендә 38 сирле дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда 3300 кеше һауыҡҡан.
Яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән. Инфекция таралыу осоронда дөйөм алғанда 19 кеше үлгән.
Тәүлек эсендә пневмония менән сирләүселәр һаны 61-ҙе тәшкил иткән.

Фото интернеттан.
Читайте нас: