“Илдең төп документына төҙәтмәләр индереүҙе замана талап итә. Тауыш биреүгә килеүселәргә илебеҙҙең киләсәгенә ышанғаны, уны яңыртыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәт. Төҙәтмәләргә ҡаршы тауыш биреүселәрҙе лә аңлайым. Ғәҙелһеҙлеккә, ялғанға эләгеүселәр осрап тора. Былар киләсәктә эшләнәһе эштәр күп әле, тигәнде аңлата. Документҡа илдең сәйәсәтен яҡшырытыу, социаль гарантияларҙы нығытыу, суверенитетты, дәүләттең территориаль берҙәмлеген һаҡлау тураһындағы үҙгәрештәрҙең инеүе бик мөһим,” –тине ил башлығы.
Конституцияға тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем барҙы.Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса,төҙәтмәләрҙе рәсәйлеләрҙең 77,92 %-ы хуплаған, 21,27 %-ы ҡаршы булыуын белдергән.