Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 12:05

Сүп-сар өсөн мобиль ҡушымта аша түлә

Төбәгебеҙҙең ҡала һәм райондарын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының береһе -- «Экология Т» йәмғиәте махсус мобиль ҡушымтаны ҡулланыуға индерә. Компания директоры Илнур Шәкиров белдереүенсә, был ысул халыҡҡа сүп-сар өсөн түләү уңайлы булһын өсөн эшләнә.

Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү комплексы системаһы булдырыу тора.
Төбәгебеҙҙең ҡала һәм райондарын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының береһе -- «Экология Т» йәмғиәте махсус мобиль ҡушымтаны ҡулланыуға индерә. Компания директоры Илнур Шәкиров белдереүенсә, был ысул халыҡҡа сүп-сар өсөн түләү уңайлы булһын өсөн эшләнә.
--Беҙҙең тотороҡлолоҡ республикала йәшәүселәрҙең түләүҙәрҙе ваҡытында атҡарыуына һәм граждан яуаплылығына ныҡлы бәйләнгәнгә күрә был ҡушымтаны ғәмәлгә индереү бик мөһим,--ти Илнур Шәкиров.
Опция 10 июлдән эшләй башлай. Бының өсөн «Экология Т» мобиль ҡушымтаһын ҡулланып, уға шәхси иҫәп һаны буйынса инергә кәрәк.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: