Сибай үҙәк дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә йәш көстәр ҡушылыуын дауам итә. Быға ҡәҙәр дауаханала булмаған белгес эш башлауы ҡыуандыра. Медицина учреждениеһында табип-нейрохирург Рөстәм Камил улы Вәлиев ҡабул итә башланы.
Рөстәм Вәлиев 2015 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған. 2015-2016 йылдарҙа “Хирургия” буйынса интернатура, 2016-2018 йылдарҙа «Нейрохирургия» буйынса ординатура үткән.
2018-2020 йылдарҙа Өфөләге тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһында нейрохирург булып эшләгән.
Йәш белгес хеҙмәт юлын университетта уҡығанда уҡ нейрохирургия бүлегендә урта медицина хеҙмәткәре булып башлаған. Табипҡа еңел булмаған эшендә уңыштар, именлек теләйбеҙ.
#нацпроекты#миллипроекттар