Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 16:55

Башланып китте имтихандар

3 июлдә Сибай ҡалаһы мәктәптәрен тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башланы. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һынауҙар 25 июлгә ҡәҙәр дауам итә.Беренсе көндә 47 ҡыҙ һәм егет рус әҙәбиәте, география һәм информатика буйынса 9-сы лицейҙа имтихан тота. Бынан тыш уларға Өфө ҡалаһының дәүләт учреждениеларында белем алып йөрөгән былтыр, унан алдағы йылдарҙа мәктәпте тамалаусы 6 кеше лә ҡушылған. Мөһим сара барышын йәмәғәт күҙәтеүселәр контролдә тота.

3 июлдә Сибай ҡалаһы мәктәптәрен тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башланы. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һынауҙар 25 июлгә ҡәҙәр дауам итә.
Беренсе көндә 47 ҡыҙ һәм егет рус әҙәбиәте, география һәм информатика буйынса 9-сы лицейҙа имтихан тота. Бынан тыш уларға Өфө ҡалаһының дәүләт учреждениеларында белем алып йөрөгән былтыр, унан алдағы йылдарҙа мәктәпте тамалаусы 6 кеше лә ҡушылған. Мөһим сара барышын йәмәғәт күҙәтеүселәр контролдә тота.
Ҡала мәғариф бүлегенең баш инспекторы Алсу Рәүил ҡыҙы Бикмурзина әйтеүенсә, уҡыусыларҙың сәләмәтлектәрен һаҡлау буйынса бөтә саралар ҙа күрелә: тән температураларыҡағылышһыҙ термометр менән үлсәнә, имтихан үткән кабинеттар ике тапҡыр дезинфекциялана, бина эсендә барыһы ла битлек, бирсәткә кейә. Һәр кабинетта 9 кеше генә ултырып тест һорауҙарына яуап бирә.
Римма Юнысова фотолары.